ДМИТРИЕНКО Анатолий Сергеевич (15.2.1931, Баҡы — 9.6.2006, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1954) Новосибирскиҙа һәм Мәскәүҙә эшләй; 1957 й. алып Өфөлә: Башҡ‑н ХХС‑ы Төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы, 1959—2001 йй. “Башҡортостан Промстройпроекты” ин‑тының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1974—83 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығына арналған арка (1957), Ҡурсаҡ театры (1967), “Промсвязь” з‑дының производство корпустары (1970, авторҙаш), Волга автомобиль з‑ды автоүҙәге (1972, авторҙаш), Никах һарайы (1976), “Эре панелле йорттар төҙөү” ААЙ (1985, авторҙаш; бөтәһе лә Өфөлә), “Башҡортостан нефтсеһе” пансионаты, поликлиника биналары (1973—83; бөтәһе лә Ялта ҡ.) проекттары авторы. Еңеү паркын планлаштырыу (1963), Республика клиник дауаханаһын (1960‑сы — 80‑се йй.), “Төҙөүсе” стадионын (1965), Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы скверҙы һәм майҙанды (1976), Тыныслыҡ урамындағы скверҙы (1985; бөтәһе лә Өфөлә) реконструкциялау проекттары авторы.

Ф.Б.Кәлимуллин

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке