АЙЫРЫЛЫШЫУ, никахты өҙөү акты. Башҡорттарҙа традиция б‑са йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, исламды ҡабул иткәндән һуң шәриғәт ҡанундары б‑са тормошҡа ашырылған. Яҡтарҙың береһенең ғаилә бурыстарын үтәмәүе, ш. уҡ ирҙең ҡалымды тулыһынса түләмәүе А. өсөн нигеҙ була алған. А. төп формаһы — талаҡ (ғәр. “ирекле булыу, айырылышыу”): шаһиттар алдында ир кеше өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡырғандан һуң, никах өҙөлгән тип иҫәпләнгән. Башҡорттарҙа айырыуса хула йәки хлуг (ғәр. “халага” — “аҡсалата түләү өсөн ҡатынды айырыу”) формаһы б‑са А. таралған була. А. хоҡуғын алыу өсөн ҡатын иргә мәһәрҙең (шәриғәттә ҡаралғанса, А. ир ихтыяры б‑са ғәмәлгә ашырылһа йәки ул вафат булһа, йышыраҡ ҡатын милке булып ҡалыусы компенсация) йәки ҡалымдың бер өлөшөн кире ҡайтарырға тейеш булған. А. исламда ҡабул ителгән башҡа ысулдары башҡорттарҙа әллә ни осрамаған. А. ваҡытында ҡатын тик ир ризалығы м‑н генә балаларҙың береһен үҙендә ҡалдыра алған. 1828 й. алып А. т‑да яҙма метрика кенәгәләрендә теркәлә башлай. 1917 й. 19 дек. “Никахты өҙөү тураһында”ғы декрет м‑н никахты өҙөүҙең гражданлыҡ процедураһы индерелә.

Башҡортостанда 1994 й. 2 мартынан Ғаилә кодексы үҙ көсөндә, А. уға ярашлы тормошҡа ашырыла. 2002 й. 25247 А. осрағы теркәлгән, 2007 й. — 16467.

Әҙәб.: Асфандияров А.З Семья и брак у башкир в XVIII — первой половине XIX в. Уфа, 1989.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018