ДИЯРОВ Кәрим Мөхәмәҙи улы [15.1.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Басай а. (хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Оло Басай а.) — 17.11.1986, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Ниғәмәт а.], ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1930 й. алып Иҫән, 1932 й. — 1‑се Төрөкмән башланғыс мәктәптәре, 1937—42 йй. 2‑се Этҡол тулы булмаған урта мәктәбе дир.; 1946—75 йй. Баймаҡ р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы. Д. башҡарыу оҫталығы көслө импровизаторлыҡ һәләте м‑н айырылып тора. Башҡортостандың Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурайҙа уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, ш. иҫ. “Аҡ яурын сал бөркөт”, “Абдрахман кантон”, “Баяс”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Саптар юрға”, “Сыңрау торна”, “Урал”. 1937 й. Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың Башҡортостан һәм Себер ҡалалары буйлап гастролдәрендә аккомпаниатор булып ҡатнаша. Д. башҡарыуындағы халыҡ көйҙәре башҡ. мәктәптәре өсөн йыр дәрестәре б‑са фонохрестоматияларға ингән. Ул башҡарған 120‑нән ашыу көйҙөң яҙмалары йырҙар һәм легендаларҙың ҡулъяҙма текст ҡушымталары м‑н бергә ТТӘИ‑нең муз. фондында һаҡлана. Тыуған ауылында һәм Ниғәмәттә Д. исеме м‑н урамдар аталған.

Хеҙм.: Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.