ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР, ҡурайсылар. Ишҡәле Шәмсетдин улы Д. (1.6.1901, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 7.11.1974, шунда уҡ), ҡурайсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайыр р‑нының В.П.Чкалов ис. к‑зында эшләй. Й.М.Иҫәнбаев традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың төрлө алымдарын оҫта ҡуллана; башҡарыу манераһына талапсан тотанаҡлыҡ һәм тәьҫирлелекте нескә берләштереү хас була. Репертуарында башҡ. халыҡ музыкаһының классик өлгөләре, ш. иҫ. “Аҡ яурын сал бөркөт”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Ҡаһым түрә”, “Сыңрау торна”, “Урал”, “Шафиҡ”. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт олимпиадаһында (1932), Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша. 1933 й. репрессиялана, 1989 й. аҡлана. 2011 й. уның иҫтәлегенә Район‑ара ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр р‑ны) ойошторола. Уның улдары: Ишмулла Ишғәле улы Д. (ҡара: И.И.Дилмөхәмәтов); Сәйфулла Ишғәле улы Д. (1.2. 1932, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а. — 27.8.2004, Хәйбулла р‑ны Подольск ҡсб, тыуған ауылында ерләнгән), ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). 40—60‑сы йй. Йылайыр р‑нында эшләй: “Йылайыр” урман хужалығында, “Башҡорт” с‑зында, 1971—74 йй. Иҫке Яҡуп  а. клуб мөдире; 1976 й. алып Хәйбулла р‑нында: Подольск урта мәктәбе, 1983—92 йй. Й.Иҫәнбаев ис. Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең Подольск филиалы уҡытыусыһы. Башҡарыу манераһы тойғоларға бай, интерпретацияларҙың үҙенсәлекле булыуы м‑н айырылып тора. Репертуарында “Башҡорт маршы”, “Ҡараһаҡал маршы”, “Хәйбулла маршы”, “Һалдат маршы” марштары; “Саптар юрға”, “Таштуғай”, “Турат сағылы”, “Һандуғас”, “Шәүрә” һ.б. оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары. Ҡурайҙарҙы В.Ш.Шөғәйепов технологияһы б‑са эшләй. Респ. ҡурайсылар конкурстары (Сибай ҡ., 1968; Өфө, 1988), Й.Иҫәнбаев ис. призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, өзләүселәр һәм башҡ. халыҡ инструменттары ансамблдәре респ. конкурсы (Өфө, 1982; Гран-при), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), “Берҙәмлек — Содружество” Халыҡ‑ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Октябрьский ҡ., 2003; Гран‑при) лауреаты. 2001 й. уның исемендәге призға Район ҡурайсылар конкурсы (Хәйбулла р‑ны) ойошторола; Аҡъяр а. район мәҙәниәт йорто бинаһына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке