ДИЛМӨХӘМӘТОВА Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (23.9.1961, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1996) һәм БССР-ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). И.И.Дилмөхәмәтовтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) 1989 й. тиклем, 1990— 94 йй. һәм 2002 й. алып БАДТ, 1989—90 йй. Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1994—2002 йй. Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры актрисаһы. Киң ижади диапазонлы актриса. Айырыуса урыҫ һәм башҡ. классикаһы драматургияһында, ш. уҡ хәҙ. башҡ. һәм татар авторҙары пьесаларында төп ролдәрҙе башҡарып, үҙен драматик актриса булараҡ таныта. Төп ролдәре: БАДТ-ла — Әлфинур (“Хушығыҙ, хыялдарым!”, Ә.Ҡ.Атнабаев; дебют, 1982), Зөбәржәт (“Ай тотолған төндә”), Ирина (“Апалы‑һеңлеле өсәү”, А.П.Чехов), Ләлә (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында – Анна (“Ричард III”, У.Шекспир), Туяна (“Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!”, Б.Р.Гаврилов), Клара (“Мәмерйә”, Ғ.Ғ.Шафиҡов). Сәрби (“Һижрәт”, Н.Иҫәнбәт), Фәйрүзә (“Айғырыңды үтескә бир!..”, Р.М.Кинйәбаев), Шифабикә (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин) ролдәре сағыу комиклыҡ, деталдәр камиллығы м‑н айырылып тора. Телефильмдарҙағы ролдәре: Айым (“Кинйә”, 1988), Йомабикә (“Һарығолаҡ”, 1990; икеһе лә — “Баштелефильм”).

Р.С.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018