ДИЛМӨХӘМӘТОВА Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27.11.1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Мерәй а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), актриса. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1972). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1954—89 йй. БАДТ актрисаһы. Д. ижадына лирик тоналлек яҡын. Ул ижад иткән образдар һөйкөмлө, сөнки күңел йылыһы м‑н башҡарылған, актрисаға ябайлыҡ, эскерһеҙ тойғолар хас: Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер; 1952, дебют, БАДТ), Ләлә (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Дилбәр (“Йырланмаған йыр”, М.Кәрим). Байтаҡ эштәре трагик пафослы, улар үткерлек һәм көнүҙәк һыҙаттар биреү м‑н иғтибарҙы йәлеп итә: Любовь Шевцова [“Батырҙар”, А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы], Пальмира (“Мөхәммәт. Нур һәм шәүлә”, Вольтерҙың “Магомет” пьесаһы б‑са), Алиман [“Әсә, Ер‑әсә”, С.Т.Айытматовтың “Әсә — Ер‑әсә” (“Материнское поле”) повесы б‑са Л.В.Вәлиев инсценировкаһы]. “Йософ һәм Алмаҡай”, “Йылан ҡабығы”, “Артур һәм Нэнси”, “Ҡаһым түрә” (И.И.Дилмөхәмәтов м‑н авторҙашлыҡта) һ.б. пьесалар авторы.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.