“ДЕФИЦИТ”, Белорет ҡ. театр-студияһы. 1987 й. ойошторола (2009 й. тиклем Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә), 1988 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Л.А.Жуховицкийҙың “Сеньор Хуандың һуңғы ҡатыны” (“Последняя женщина сеньора Хуана”) пьесаһы. 1987—2011 йй. 30‑ҙан ашыу спектакль ҡуйыла: Г.И.Гориндың “Геростратты оноторға” (“Забыть Герострата”), Н.Р.Эрдмандың “Мандат”, А.М.Володиндың “Иисус әсәһе” (“Мать Иисуса”), Л.Н. Разумовскаяның “Минең апайым Русалочка” (“Сестра моя Русалочка”), А.Р.Герниҙың “Сильвия”, В.П.Гуркиндың “Саня, Ваня, улар менән Римас” (“Саня, Ваня, с ними Римас”) һ.б. “Д.” составында Ю.А.Анисимова, Н.В. Воронцова, В.И.Горячев, Е.В. һәм И.О. Дмитриевтар, Ю.Г.Жерякова, В.Н.Клочкова, А.В.Кулюшин, В.Н.Матвеева, С.И. һәм И.П. Рыжкиндар, Е.В.Шабанов һ.б. Спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы һәм художество етәксеһе — А.В.Жеряков, сәхнәне художестволы биҙәүселәре — С.В.Клочков, Жеряков, С.В.Бражникова. “Урал аръяғы йондоҙҙары” (“Звёзды Зауралья”) Респ. халыҡ театрҙары фестивале (Белорет ҡ., 1996), Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр театрҙар фестивале (Омск ҡ., 1999), “Яңы ҡараш” (“Новый взгляд”) Оло Урал муниц. театрҙары асыҡ фестивале (Үрге Өпәле ҡ., 2002, 2004), “Алтын тирмә” Респ. халыҡ театрҙары фестивале (Дүртөйлө ҡ., 2003; Гран‑при) лауреаты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке