ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5.4.1946, Өфө — 23.1.2006, Мәскәү), рәссам. Мәскәү туҡыу ин‑тын тамамлаған (1971). Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), РФ Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан торған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре хәҙ. замандың әхлаҡ проблемаларына ҡарата уның мөнәсәбәтен сағылдыра. Улар төҫтәр активлығы, формаларҙың көсөргәнешле пластикаһы м‑н айырылып тора: “Минең тормошом” (1997), “Карнавал” (1998), “Алдан иҫкәртеү” (2000). Д. батик техникаһында башҡарылған эштәренә боролмалы һыҙыҡ һәм таптарҙың берләшеүенән хасил булған нескә һыҙатланыш, нәфис колорит хас. Портрет әҫәрҙәрендә йыш ҡына тәрән трагизм һыҙаттарына эйә үтә тәьҫирле образдар һүрәтләнә: “Мәскәү берәҙәге (А.Васильев портреты)” (1990), “Рәссам В.Яковлев портреты” (1992). 1975 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1986, 1989, 1992, 1995, 2001), Париж (1989), Вюрцбург ҡ. (Германия, 1993), Өфө (2001). Эштәре Рәсәй һәм сит илдәрҙәге галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Баһуманова М.Х. Яулыҡтарҙа — ерем биҙәге //Ватандаш. 1998. №2; Дәүләтшина Ш.: каталог. М., 2001.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.