ДЕРГУН Сергей Кириллович (21.10.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Вознесенка а.), рәссам. Рәссамдар союзыағзаһы (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Кубань ун‑тын тамамлаған (Краснодар ҡ., 1974). 1976 й. алып БДПИ‑ла, 1990—2010 йй. Тольятти ун‑тында уҡыта. 1970‑се йй. аҙ. башлап реалистик йүнәлештәге әҫәрҙәр ижад итә: “26 октябрь” (1984) тарихи композицияһында — революция (1917) ваҡиғаларын, пейзаждарында тарихи ҡомартҡыларҙы һәм ансамблдәрҙе (“Воскресенскиҙағы Пашков йорто”, 1985; “Коломенское. Ҡазан сиркәүе”, 1987; “Өфөләге һуңғы ҡапҡа”, 1989) һүрәтләй; натюрморттарында (“Бышылдау”, “Пирамида”, икеһе лә — 1987; “Көньяҡ натюрморты”, 1990) әйберҙәр донъяһын һүрәтләү аша кешеләрҙең тойғоларын һәм үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен сағылдыра. 1990‑сы йй. рәссам абстракт сәнғәт (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) формаларына мөрәжәғәт итә. Уның һүрәттәрендәге (“3‑сө композиция”, 1990; “1‑се композиция”, 1992) һәм пастель м‑н төшөрөлгән рәсемдәрендәге (“Көньяҡта”, 1998; “Бумерангылар”, 2002) стилләштерелгән объекттар композиция хәл ителешенең киҫкенлеге м‑н айырылып тора. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 20‑нән ашыу шәхси күргәҙмәһе (1987 й. башлап) Өфө, Мәскәү, С.‑Петербург, Тольятти, Һамар, Вольфсбург (Германия), Опава, Прага (икеһе лә — Чехия) ҡалаларында үтә, ш. уҡ Гамбург, Кёхем (икеһе лә — Германия), Париж (Франция) ҡалаларында төркөм күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) “М’Арс” хәҙ. сәнғәт үҙәге, РФ‑тың Мәҙәниәт министрлығы (икеһе лә — Мәскәү), Ҡала картиналар галереяһы (Тольятти) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

В.М.Сорокина

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке