ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы [11.4.1887, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Күгел а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 19.1.1947, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). А.Л.Штиглицтың Үҙәк техник рәсем уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1914) “Өсмөйөш” резина мануфактураһы эргәһендәге фабрика мәктәбе (икеһе лә — Петроград) һәм Серпухов коммерция уч‑щеһы уҡытыусыһы. 1917 й. алып Өфөлә йәшәй: 1919 й. В.И.Ленин ис. эшселәр клубы эргәһендәге үҙе ойошторған һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 20‑се йй. Башҡ. дәүләт художество музейы һәм Музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау б‑са Мәғариф ХК хеҙм‑ре, 1930—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта.

Тәүге башҡ. проф. рәссамы, Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Психологик портрет жанры башында торған, башҡ. мәҙәниәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәренең портреттары галереяһын башлап ебәргән. Башлыса акварель техникаһында эшләй. Башҡорттарҙыңкөнкүрешенә арналған лирик характерҙағы бер нисә әҫәр ижад итә: “Башҡорт өйөнөң тупһаһы”, “Башҡорт ҡыҙы”, “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Айыуға һунар итеүсе башҡорт” (бөтәһе лә — 1928); пейзаждары: “Яңы Усман ауылы”, “Түбә руднигы”, “Баймаҡ заводының дөйөм күренеше” (бөтәһе лә — 1933). Д. ижадында нескә төҫ гаммаһы м‑н айырылып торған натюрморттар ҙур урын биләй: “Төрлө сәскәләр”, “Кактустар”, “Аҡ көршәк менән натюрморт” (бөтәһе лә — 1930 йй.) һ.б. 30—40‑сы йй. майлы рәсем сәнғәте техникаһында бер нисә эш ижад итә: “Мәжит Ғафури портреты”, “БАССР‑ҙың халыҡ артисы Ғ.Минһажев портреты”, “Пушкин башҡорттар араһында” эскизы һ.б. 1942 й. ҡәләм һәм акварель м‑н 112‑се Башҡ. кавалерия дивизияһыяугирҙарының портреттарын төшөрә. 1928—35 йй. Нестеров М.В. исемендәге художество музейы коллекцияһы өсөн этнографик материал һәм башҡ. биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен йыйыу маҡсатында Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш р‑ндарында бер нисә тапҡыр экспедицияла була (Ю.Ю.Блюменталь, В.С.Сыромятников м‑н бергә). 20—30‑сы йй. Өфө урамдарын, биналарын байрамдарға һәм революция даталарына биҙәүҙә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина художество музейҙарынан эвакуацияланған экспонаттарҙы ҡабул итеп урынлаштырыу комиссияһына ингән. Өфөсәнғәт түңәрәге (1917), Өфө художество музейы дуҫтары түңәрәге (1924), Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы (1925) ағзаһы. Уҡыусылары араһында В.П.Андреев, Р.Ғ.Ғүмәров, Ғ.Ш.Имашева, Р.У.Ишбулатов,Ғ.С.Мостафин. 1917 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1967, 1970, 1982, 1987, 1996, 2017). Эштәре БДХМ, Милли музей, Аксаков гимназияһы ¹11 музейы коллекцияларында һаҡлана. Д. исеме Респ. һынлы сәнғәт гимназия-интернатына бирелгән (1994; ҡара: Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәгеһынлы сәнғәт гимназия-интернаты). Өфөлә Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: К.С.Девлеткильдеев. Живопись. Графика: каталог/авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2003.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке