ДВОРЯНДАР ЙЫЙЫЛЫШЫ БИНАҺЫ, 19 б. тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 14). 1856 й. архитектор А.А.Гопиус (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Хабаров) проекты б‑са дворяндар йәмғиәте өсөн төҙөлгән. Архитектураһы классик традицияларға биҙәктәр өҫтәү м‑н айырылған П рәүешендәге ике ҡатлы таш бина ҡала төҙөлөшө ансамблендә бик уңышлы урын алып тора. Бинаның аҫҡы өлөшө плитка м‑н ҡапланған. Аҫҡы ҡаттың декоратив‑художество биҙәктәренең (тура мөйөшлө тәҙрәләр, рустика) ябайлығы һәм теүәллеге өҫкө ҡупшы биҙәктәр (аркатура м‑н уратылған аркалы тәҙрәләр) м‑н тура килә. Айырыуса порталтамбур (һуңыраҡ һүтелә), 3‑әр майҙансыҡлы селтәрле суйын баҫҡыстар, ҡалҡыу биҙәктәр сифатында һылап яһалған көмбәҙ түшәмле вестибюль, рельефлы суйын плиталар м‑н түшәлгән иҙәне художество яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә. 1960 й. Д.й.б. үҙгәртеп ҡороу проекты раҫлана (архитекторы В.А.Кондрашков). 1970 й. бинаның Пушкин урамындағы уң яғына яңы корпус төкәтеп һалына, иҫке өлөшө эске яҡтан бер аҙ үҙгәртелә. 90‑сы йй. Д.й.б. тағы үҙгәртеп ҡорола: Ленин урамы яғынан бинаның үҙәк инеү урыны тәүге хәленә ҡайтарыла; суйын баҫҡыстарҙың береһе — мәрмәр вағы ҡушылған бетон баҫҡысҡа, балауыҙлап эшләнгән имән ишектәр буялған ҡарағай ишектәргә алмаштырыла; концерт залы алдына Ф.И.Шаляпин (скульпторы Р.А.Хәсәнов) һыны ҡуйыла. 2001 й. Совет майҙаны яғынан бинаға яңы ишек асыла, вестибюль (гранит һәм мәрмәр м‑н), коридор, ашхана һәм студенттар театры биҙәлә (архитекторҙары М.В.Павлова һәм О.В.Пронина). 1885 й. алып Д.й.б. Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтендә ҡуртымда була. 1890‑сы йй. аҙ. башлап бында Новиков дворян ҡыҙҙары пансионаты, 1918 й. Мәскәү һәм Петроградтан эвакуацияланған балалар өсөн интернат урынлаша. 1919 й. Өфө аҡ гвардеецтарҙан азат ителгәс, бина сауҙа хеҙм‑рҙәре клубына бирелә, 30—40‑сы йй. унда Н.К.Крупская ис. дөйөм халыҡ китапханаһы (ҡара: Милли китапхана), Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Мәскәүҙән эвакуацияланған СССР Үҙәк партия архивы; 1945 й. алып Сәнғәт училищеһы урынлаша. 1968 й. башлап бинаны Сәнғәт академияһы биләй. 1890 й. Д.й.б. Шаляпин сығыш яһай, ошо ваҡиға хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ (1967) ҡуйылған. 1919 й. герблы залында Рәсәйҙең Баш хакимы А.В.Колчак сығыш яһаған.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.