ДВОРНИК Александр Александрович (22.9.1950, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Түб. Тагил пед. ин‑тын тамамлаған (1979). 1974—99 йй. 3‑сө балалар художество мәктәбе (Өфө) директоры. 1998—2000 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Реалистик йүнәлешкә ҡараған рәссам. Үҙенең ижадында күбеһенсә пейзаж жанрына мөрәжәғәт итә; әҫәрҙәрендә тәбиғәт торошоноң бер халәттән икенсеһенә күсеү мәлдәрен һүрәтләгәндә фактураға һәм төҫтәр диапазонына ҙур иғтибар бирә. 80‑се йй. Д. эмоциональ яҡтан С.Т.Аксаков әҫ. Ауаздаш һүрәт циклдарын ижад итә: “Багровтағы бала саҡ” (1981), “Аксаков. Быуа” (1984), “Ямғырҙар һары япраҡтарҙы ағыҙып алып китә” (1988). “Крепостной Йылайыр” (1995), “Һаҡмар” (1997), “Шайтантау итәгендә” (2000) әҫ. рәссам Уралдың күп төрлө матурлығын кәүҙәләндерә. “Иртә” (1994), “Көҙгө таңдар” (1998) пейзаж сериялары, Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенә барып ҡайтҡандан һуң төшөрөлгән “Салауат ере” (“Яҙ гөлө”, “Үләндәр моңо”, “Йүрүҙән” һ.б.; 2002) циклы авторы. Өфөләге Аҡмулла һәйкәле проектының авторҙашы (2008). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1987, 1991, 2000), Камо ҡ. (1990), “Абрамцево” музейҡурсаулығы (Мәскәү өлк., 1998), Белорет ҡ. (2002). Эштәре БДХМ, С.Т.Аксаков йорт-музейы (ҡара: Аксаков музейы), Милли китапхана, “Абрамцево” музей‑ҡурсаулығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Александр Дворник. Живопись: каталог /авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2000.

В.М.Сорокина

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.