ДАУЫТОВА Дилә Рәхим ҡыҙы (15.2.1908, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ғәҙелша приискыһы ҡсб — 21.7.1990, Өфө), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). 1931—33 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында, 1933—36 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған. 1925—30 йй. Башҡ. Күсмә театры, 1936—64 йй. БАДТ актрисаһы.

Ижадының башланғыс осоронда Д. уйнауында халыҡ башҡарыусыларына хас булған импровизациялыҡ өҫтөнлөк итә: Таңһылыу (“Ашҡаҙар”), Гөлзифа (“Башҡорт туйы”), Шәүрә (“Шәүрәкәй”; бөтәһе лә — М.А.Буранғолов), Таңсулпан (“Ҡарағол”, Д.Юлтый) һ.б. Актрисаның артабанғы эштәренә — Арина Ивановна (“Ванюшиндың балалары”, С.А.Найдёнов), Вера өләсәй [А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың “Батырҙар” пьесаһы], Бибихаят (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә.М.Мирзаһитов) — тормошсан дөрөҫлөк, сәхнәләге кәүҙәләнешенең ышандырырлыҡ булыуы һәм ябайлыҡ хаc. Актрисаның бай репертуарында ш. уҡ сағыу сатирик персонаждар ҙа була: Йыһан (“Башмағым”), Ғилми (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғәлимов һәм Ғ.Әмириҙең ш. уҡ. исемле спектакле) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке