ДАУЫТОВ Нур Әсғәт улы (5.1.1956, БАССР-ҙың Бәләбәй р-ны Пахарь ҡсб, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Пахарь а.), композитор. БР‑ҙың (1993) һәм РФ‑тың (2007) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1986; З.Ғ.Исмәғилев класы). 1982 й. алып Башҡ. филармонияһының муз. етәксеһе, 1987 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 2000–06 йй. ӨДСА‑ла, 2006 й. — БДПУ‑ла уҡыта. 2009 й. алып Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Д. музыкаһы моңлолоғо, ябайлығы, аныҡ гармонияһы, башҡ. халыҡ һәм заманса музыка элементтарын берләштереүе м‑н айырылып тора. Комп. ижадында төрлө жанрҙарҙы берләштергән вокаль музыка төп урынды биләй: “Гөльямал” операһы (1986; З.А.Биишеваның ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са В.С.Кәримов либреттоһы), балалар өсөн “Тараҡан” операһы (“Тараканище”, 1989; К.И.Чуковский әкиәте б‑са), “Бабич” рок-операһы (2009, Н.Ғәйетбай либреттоһы), Р.Т. Бикбаев шиғырҙарына “Башҡортостан бында башлана” (2000), халыҡ һүҙҙәренә һәм Р.Й.Ғарипов, А.Игебаев шиғырҙарына “Халҡым йырҙары” (2004) вокаль-симфоник циклдары, Салауат Юлаев һәм халыҡ һүҙҙәренә “Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ” (2004) хор симфонияһы, В.Х.Илембәтов шиғырына “Еремә тыныслыҡ” (1985), Аҡмулла шиғырына “Аҡмулланың һүҙе шул” (2006) кантаталары һ.б. Инструменталь музыкаһы жанр төрлөлөгө м‑н айырылып тора: 3 симфония (1993, 1994, 2004), “Урал” симфоник поэмаһы (1984), “Байрам увертюраһы” (“Праздничная увертюра”; 1985), фп. өсөн сонаталар (1982, 1983, 1987), ҡыллы квартеттар (1982, 1987), “Балалар дәфтәре” фп. өсөн пьесалар циклдары (1989, 1990), башҡ. халыҡ муз. ҡоралдары ансамбле һәм оркестры өсөн пьесалар (“Яҙғы марш” — “Весенний марш”, “Ҡыҙҙар бейеүе”, “Серенада” һ.б.). Ш.Анаҡ, Ш.Бикҡол, Ғарипов, М.Кәрим, Н. Нәжми, Ғ.Ғ.Шафиҡов, С.Әлибай шиғырҙарына вокаль циклдар, йыр һәм романстар (300‑гә яҡын), ш. уҡ “Атай” нәфис фильмына (1998; “Башҡортостан” к/ст), Ф.В.Боғҙановтың “Аманатҡа хыянат” (1987), Н.Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә” (1988), Ф.М.Бүләковтың “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?” (1992), Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Юлдар өҙөлгәндә” (1982), С.Әлибайҙың “Салауат саҡырыуы” (2004) һ.б. драма спектаклдәренә музыка авторы. Инструменталь музыка башҡарыу б‑са уҡытыу‑методик хеҙмәттәр һәм әсбаптар авторы. Ғ.Сәләм ис. (1990), Ф.Кәрим ис. (2006), Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2014) лауреаты.

Әҙәб.: Галина Г.С. Нур Дауытов //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.