АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы (1.8.1946, Ульяновск өлк. Николаевка а.), радиоинженер. Техник ф. д-ры (2007), проф. (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Еңел атлетика б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1971) Өфө элемтә аппаратураһы з-дында эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла, 1998 й. — БДАУ-ҙа (а.х. электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу каф. мөдире, 2000—02 йй. һәм 2011 й. башлап электр машиналары һәм электр ҡорамалдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2000—11 йй. энергетика ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығын электрлаштырыуға арналған. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Линейные электрические машины и приводы на их основе. Уфа, 2003; Основы построения и теории линейных асинхронных приводов с упругими накопителями энергии. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018