ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы [17.11.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.1.1986, Туймазы ҡ., Ҡандра ҡсб ерләнгән], йырҙар авторы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Ҡандра ҡасабаһының 2‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1964 й. башлап Туймазы ҡ. йәшәй һәм эшләй (1966—68 йй. район мәҙәниәт йорто дир.). Башҡ. һәм татар шағирҙары һүҙҙәренә, үҙ текстарына ижад ителгән 700‑ҙән ашыу йыр авторы. Уның үҙ шиғырҙарына яҙылған “Аҡсәскәләр”, “Балаларым”, “Йәшәргә лә әле йәшәргә”, “Әсәйемә хат” йырҙары сағыу моңлолоҡ, муз. телдең ябай һәм аңлайышлы булыуы м‑н айырыла. Ауыл вокалистары респ. конкурсы (1964), ауыл халыҡ театрҙары смотры (1967; икеһе лә — Өфө) һ.б. бәйгеләр лауреаты. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Д. уҡытҡан Ҡандра а. Ә.М.Мирзаһитов ис. 2‑се урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; тыуған ауылында һәм Октябрьский ҡ. урамдарға уның исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Әсәйемә хат. Өфө, 1974; Йәшәргә лә әле йәшәргә: ноталар менән йырҙар. Өфө, 1995; Йырсы ҡамыштарым: йырҙар. Өфө, 2001.

З.В.Низаметдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.