ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы (1.2.1940, Ҡырғыҙ ССР‑ының Тепе‑Ҡурған а.), музыка белгесе, музыка эшмәкәре. РФ‑тың (1999) һәм БАССР-ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962), ӨДСИ-не (1973) тамамлаған. 1961 й. алып БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының муз. тапшырыуҙар мөхәррире, 1965—68 йй. Башҡ. филармонияһының лектор‑муз. белгесе, 1973—76 йй. һәм 1982—2002 йй. БР Комп. союзының яуаплы секретары, 1978—82 йй. ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. операһы һәм хореографияһының үҫеш тарихына, БР башҡарыусылары һәм комп. ижадына арналған (ҡара: Музыка ғилеме). Д. сценарийы б‑са Ғ.С.Әлмөхәмәтов т‑да документаль фильм төшөрөлә. 1961—95 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда “Башҡорт музыкаһы антологияһы” (“Антология башкирской музыки”), “Йылдар һәм яҙмыштар” (“Годы и судьбы”), “Башҡортостандың сәнғәт оҫталары” (“Мастера искусств Башкортостана”), “Музыкаль бүлмә” (“Музыкальная гостиная”) тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы. 14 фәнни хеҙмәт авторы.

Ф.А.Фәизова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке