ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович (18.5.1971, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1995) “Арх- проект” ЯАЙ архитекторы, 2005 й. алып оҫтахана нач., 2010 й. — ген. директоры. 1995—2000 йй. Өфөләге Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша (автотуҡталҡа һәм фонтан, Сауҙа рәттәренең “Б” блогын, адм. бинаны, майҙан эргәһендәге В.И.Ленин ис. һәм Театр скверҙарын реконструкциялау проекттары). 30‑ҙан ашыу проект, ш. иҫ. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы клубы бинаһын реконструкциялау проекты (2004, авторҙаш), Милли банкының инеү урыны, баҫҡыстарының дизайн-проекты (1999) һ.б. авторы. “Төҙөү сәнғәте” (“Зодчество”) халыҡ‑ара архитекторҙар фестивале лауреаты (2002), “Төҙөү сәнғәте” (“Зодчество”) Рәсәй фестивале (2000; икеһе лә — Мәскәү), Респ. йәш архитекторҙар ижады смотр-күргәҙмәһе (2003, Өфө) дипломанты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2000).

Әҙәб.: Нефёдова Т.И. Гостиный двор в Уфе: Эссе. Уфа, 1999.

А.В.Лебедева

Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018