ДӘҮЛӘТШИН Вәкил Вәғиз улы [10.3.1949, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Благовещен р‑ны)], архитектор. РФ‑тың почётлы архитекторы (2002). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1997). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башкиргражданпроект” ин‑ты (Өфө) архитекторы; 1976 й. алып Түб. Варта ҡ. эшләй. 1988 й. башлап Өфөлә: “Альтернатива” Бөтә Союз ҒПБ, 1989 й. — “Коду” проект-производство берекмәһе архитекторы, 1993 й. — “Уфагорпроект” пр‑тиеһының баш архитекторы, 2001 й. — «Экопроект “Вакар”» ЯСЙ директоры. 18 ҡатлы монолит торлаҡ йорттар (90‑сы йй.), “Ләлә-Тюльпан” мәсете (1998) һәм Сипайлов микрорайонындағы “Простор” сауҙа-күңел асыу комплексы (2004; бөтәһе лә — Өфө) проекттарының авторы. “Янғантау” шифаханаһын үҙгәртеп ҡороу планын эшләүҙә ҡатнаша (1989, авторҙашлыҡта). Кузнецов Затоны районын планлаштырыу проектының авторы (1990). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1998).

Ф.Б.Кәлимуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018