ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы (2.11.1957, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ишмәмәт а. — 7.7.2015, Неаполь ҡ., Италия; тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзыағзаһы (1995). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1982), БДПУ‑ны (2000) тамамлаған. 1997 й. алып  2‑се Өфө пед. колледжында, 2001 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Рәссамдар ижадисоюзы идараһы президенты (2001— 02). Рәсем сәнғәте, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә эшләй. “Баш күтәреүсе”, “Йома” (икеһе лә — 1997) полотноларында, “Башҡорттарҙың ырыу тамғалары” (1996), “Халыҡ мотивтары буйынса” (2000) серияларында рәссамдың нәфис теле — ыҡсымлыҡ, образдары символик-аллегорик формалары м‑н айырыла. Графика эштәрендә байтаҡ урынды стилгә һалынған пейзаж алып тора: “Ҡоштар китте” (1985; ҡатырға, гуашь), “Яҙғы ҡайындар” (1989; ҡатырға, гуашь), “Ауыл мотивтары” серияһы (2008; ҡағыҙ, акв.). Д. ағас эшкәртеү техникаһында (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте) үҙенсәлекле ижауҙарҙан торған “Декоратив композиция” серияһын ижад итә (1997). “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1984 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, “Мираҫ” галереяһы (Өфө) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выставки /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

 

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018