ДӘҮЛӘТШИН Ташбулат Мостафа улы (15.3.1955, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Байыш а.), ҡурайсы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Сибай пед. колледжын тамамлаған (2002). 1971—74 һәм 1976—99 йй. “Йылайыр” с‑з-техникумында эшләй, 1974—76 йй. “Урғаҙа” мәҙәниәт йорто дир., 1999 й. алып Ғ.Сөләймәнов ис. балалар сәнғәт мәктәбе филиалында (икеһе лә — Байыш) уҡыта. Ҡурайҙа уйнауҙың традицион стиленә эйә, өзләү ҡушып уйнау хас. Репертуарында оҙон көйҙөң инструменталь варианттары, ш. иҫ. “Азамат”, “Әрме”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Ильяс”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Сибай”, “Урал”, “Шәүрә”. Халыҡ-ара фольклор фестивалендә (Тале ҡ., Германия, 1989), “Вашшои” (Осака ҡ., Япония, 2000) Бөтә донъя фольклор фестивалендә һ.б. ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), Халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы (Братислава ҡ., Чехословакия, 1989), Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Хәйбулла р-ны Аҡъяр а., 1988, 1989; Өфө, 2000) һ.б. лауреаты.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018