ДӘҮЛӘТБАЕВ Фәтих Ислам улы [27.3.1950, БАССР‑ҙың Покровский р‑ны Ғүмәр а. (БР‑ҙың Благовещен р‑ны)], ҡурсаҡ театры актёры. РФ‑тың атҡ. (2010), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). Башҡ‑н респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Стәрлетамаҡ, 1972) Башҡ. ҡурсаҡ театры актёры. Актёрҙың сағыу һәләте уға иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә: Былтыр (“Шүрәле”, Л.Сәйфуллин; дебют, 1972), Аладдин (“Аладдиндың серле лампаһы”, Н.В.Гернет), Сәсән, Самрау (“Сәсән йыры”, Ғ.Ғ.Шафиҡов; “Урал батыр” эпосы б‑са), Әлмәндәр ҡарт (“Әлдермештән Әлмәндәр”, Т.Ғ.Миңнуллин). Таяҡ [Бесәй (“Итекле бесәй”, М.Алтухов; Ш.Перроның ш. уҡ исемле әкиәте б‑са)], планшет [Бай, Хәйрүш, Тирмәнсе (“Серле ҡумта”, В.А.Лифшиц, И.Н.Кичанова)], марионетка [Вәзир (“Аладдиндың серле лампаһы”)] тибындағы ҡурсаҡтар м‑н эш итеү техникаһына эйә; битлектә лә тәбиғи уйнай: Бүре, Айыу (“Айыу бабай йоҡламай”, С.Әлибай), Шүрәле (“Шүрәленең төнгө уйындары”, Н.Ғ.Байбурин).

М.С.Фәттәхетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке