ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы (20.1.1949, БАССР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а.), рәссам. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарында үҙенсәлекле эшләгән рәссам. Д. эштәре стилистик төрлөлөк м-н айырыла, уларҙа экспрессионизм өҫтөнлөк ала. Төҫ, һыҙыҡ м-н импровизациялап, полотноларының композицияһын, пластикаһын гармониялы хәл итә, күп мәғәнәле гүзәл донъя барлыҡҡа килтерә. Реалистик стилдә төшөрөлгән полотнолары (“Йылы көн”, 1983; “Ҡатынҡыҙ портреты. Фая”, 1985) һәм неопримитив йүнәлеш элементтарын берләштергән әҫәрҙәре (“Көҙ”, 1987; “Һыуға барыу”, 1989) мул төҫ, яҡтылыҡ, бай фактура м-н айырылып тора. Предметтарҙың күсмә мәғәнәһен (“Композиция №10”, 1990; “Метафизик натюрморт”, 1996), ш. уҡ рәссамдың донъяға ассоциатив ҡарашын сағылдырыусы абстракт композициялары (“Композиция”, 1989; “Киҫешеү”, 1996) һүрәтләү төҫтәренең тәьҫирлеге, пластикаһының матурлығы һәм йәнлелеге, бай төҫтәр символикаһы м-н айырылып тора. “Һары бейә”, “Инйәр” (икеһе лә — 1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) төркөмдәренең ағзаһы. 1970 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1995, 1996, 1999—2001, 2005), Бөрө (2004) ҡҡ. Эштәре БДХМ, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ, “Мираҫ”, “Урал” (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) галереялары, “Ҡазан” милли-мәҙәни үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейында (Ҡазан), Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сары бия = Жёлтая лошадь: выставка произведений башкирских художников. Живопись: каталог. М., 1991.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018