ГУТИН Илья Львович (2.12.1918, Могилёв губ. Рогачёв ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлаған (1956). 1935—41 йй. Дин һәм атеизм тарихы музейында (Ленинград) эшләй. 1943 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй: 1945—55 йй. — БАССР‑ҙың Тыуған яҡты өйрәнеү дәүләт музейы, 60—70-се йй. Башҡ‑н художество-производство оҫтаханалары рәссамы. 70—80-се йй. портрет жанрында әүҙем ижад итә. Заманға ауаздаш образдар тыуҙыра: “Тракторсы” (1973), “Һауынсы Әнифә” (1977), “Эшсе портреты” (1978). “Башҡорт ҡыҙы” (1982), “Ҡатын‑ҡыҙ портреты” (1985) лирик ҡатын-ҡыҙҙар портреттарын яҙа. Соц. мөһим темаларға мөрәжәғәт итеп, тыйнаҡ колоритлы һәм композиция йәһәтенән ыҡсым әҫәрҙәр ижад итә: “Блокадалағы Ленинград” (1975), “Кисә һәм бөгөн” (1984), “1937 йыл” (1990), “Хәтирәләр” (1992) һәм башҡалар. Г. ижадында пейзаждар мөһим урын алып тора: лирик — “Дачала” (1980), “Ҡышҡы пейзаж” (1984), “Алтын көҙ” (1991); ҡала пейзаждары — “Яңы һәм иҫке”, “Инорста ҡышын” (икеһе лә — 1986); панорама‑пейзаждар — “Өфө ситендә” (1980), “Асҡар ауылы” (1986). 90-сы йй. натюрмортҡа өҫтөнлөк бирә, уларҙа тасуирлы, һыланма һүрәт ысулы м‑н матди донъяның матурлығын, нәфислеген сағылдыра. Графика эштәре араһында “Ҡыҙ портреты” (1980; ҡатырға, күмер), “Буласаҡ әсә” (1982), “Автопортрет” (1989; икеһе лә — ҡатырға, пастель) картиналары айырылып тора. 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1990, 1996). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. 2-се (1945) һәм 1-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков (1997) орд. м‑н бүләкләнгән.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика