АЙЫП, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 159 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 445 кеше; 1920 — 426; 1939 — 374; 1959 — 336; 1989 — 266; 2002 — 307; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Оло Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. билдәле. 1795 й. 15 йортта 83 кеше йәшәгән, 1865 й. 31 йортта — 210 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет (1901 й. төҙөлгән) теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018