Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GUMEROV_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GUMEROV_noty.jpg'

“ҒҮМӘРОВ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1930 й. БАССР- ҙың Әбйәлил р‑нында И.В.Салтыков тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С.Ә.Галин, Р.Л.Ғәбитов, Х.С.Ихтисамов, Ф.Х. Камаев, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, Н.Д.Шоңҡаров, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып алған. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Риүәйәт б‑са, Верхнеурал өйәҙе Күбәләк‑Тиләү улусы Рәхмәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) кешеһе Ғәлиәкбәр Ғүмәров исеме м‑н аталған. Ғүмәров (версияларҙың береһе б‑са, күбәләк һәм тиләү ырыуҙарының старшинаһы булған), халыҡты ҡыҫырыҡлауҙарҙан яҡлап, урындағы власть м‑н низағҡа инә һәм йәшенеп йөрөргә мәжбүр була. Йырҙы ул вафаты алдынан сығара. Риүәйәттең икенсе варианты б‑са, йырҙы, старшина Ғүмәровтың үлер алдынан әйткән теләген үтәп, ҡурайсылар Ҡолой һәм Рауил ижад иткән. “Ғ.” йырының һуҙып йырланған төп ижеге ике тапҡыр үҙгәртеп ҡабатлана, ул мажор пентатоникаһының төп тондарын һалмаҡ характерҙа уратып йырлауҙан ғибәрәт. Һуңғы фраза йырҙың драматизмын көсәйтеп ебәрә. “Ғ.” башҡарыусылар араһында Ғ.Х.Ирназарова, Ғ.З.Сөләймәнов. Исмәғилев, М.Х.Әхмәтов йырҙы тауыш м‑н фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

 

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика