ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ, 1) игенселек өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең тарихи барлыҡҡа килгән органик-технологик формаһы; 2) ерҙе рациональ файҙаланыуға, тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу‑хужалыҡ, агротехник, мелиоратив саралар йыйылмаһы. И.с. хужалыҡта һәм ер терр‑яһында сәсеү әйләнештәрен ойоштороуҙы, ер эшкәртеү, ашламалар индереү, орлоҡсолоҡ, үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан, ҡый үләндәренән һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау системаларын, хужалыҡта экологик торошто контролдә тотоуҙы, мелиоратив сараларҙы үҙ эсенә ала. И.с. етештереүҙең йәмғиәт ысулы, агрономия үҫеше, а.х. техникаһын камиллаштырыу йоғонтоһонда барлыҡҡа килә һәм үҫешә. Интенсификация дәрәжәһе б‑са игенселектең үтә ябай (ағастарҙы төпләп яндырыу, урман‑баҫыу, ҡалдау, ҡаты баҫыу системалары), экстенсив (пар, күп баҫыулы‑үлән), экстенсивтан интенсивҡа күсеүсе (яҡшыртылған иген, үлән сәсеү), интенсив (алмаш уңдырышлылыҡ, сәнәғәт‑завод) системаларын айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда игенселек үҫешенең иртә осоро өсөн төньяҡ урман райондарында ағастарҙы төпләп яндырыу һәм урман-баҫыу системаһы, дала райондарында ҡалдау һәм ҡаты баҫыу системаларын ҡулланыу хас. Игенселектең экстенсив (пар) системаһы — 16—17 бб., күсеүсе (яҡшыртылған иген) — 18—19 бб., интенсив — 19—20 бб., адаптив‑ландшафт (ҡара: Ландшафт игенселек) 20 б. 90‑сы йй. аҙ. үҫеш ала. Алмаш уңдырышлылыҡ системаһы — төньяҡ райондарҙа дымлылыҡ етерлек булғанда йәки һуғарғанда, сәнәғәт-завод ҙур ҡалаларға һәм сәнәғәт үҙәктәренә яҡын урынлашҡан терр‑яларҙа (мәҫ., «“Алексеевка” с‑зы» ДУАХП) ҡулланыла. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында — яҡшыртылған иген, төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында — ш. уҡ алмаш уңдырышлылыҡ, көньяҡ урман‑дала зонаһында — сәнәғәтзавод, Урал аръяғы дала зонаһында — игенпар, тау‑урман зонаһында үлән сәсеү системалары файҙаланыла. Игенселектең адаптивландшафт системаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Ҡ.Б.Мәғәфүров, В.Д.Недорезков, Н.А.Середа, М.Ғ.Сираев, Г.С.Смородин, Ә.М.Рәхимов, И.Ҡ.Хәбиров, И.П.Юхин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, Я.З.Ҡәйепов һ.б.), БДУ‑ла (Б.М.Миркин) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы.

Әҙәб.: Основы адаптивно-ландшафтного земледелия /И.К.Хабиров [и др.]. Уфа, 1999; Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан /Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1999; Недорезков В.Д., Магафуров К.Б. Системы земледелия. Уфа, 2004.

Ҡ.Б.Мәғәфүров, Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.