ҒҮМӘРОВ Илдар Ибраһим улы (23.9.1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Илсеғол а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1999) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1986 й. алып БАДТ актёры. Лирик-драматик пландағы актёр. Ғ. сәнғәтенә психологик тәрәнлектең тышҡы баҫалҡылыҡ һәм тасуирлау сараларының ыҡсымлығы м‑н берләшеүе хас. Төп ролдәре: Башҡорт драма театрында — Автор (“Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Т.Ғ.Миңнуллин; дебют, 1981), Зөлҡәрнәй (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин), ҡарт Баян Мансуров (“Яралы яҙмыш”, Н.Асанбаев), Нароков [А.Н.Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Аҡ ҡанатлы хыялым”]; Сибай драма театрында — Миловзоров (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, Островский), Надир (“Ҡара сәскәләр”, С.Джемаль). Муз. һәләте Шәрәф (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Булат (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Хәлил (“Ғәлиәбаныу”) образдарында тулыһынса асыла. Т/ф ролдәре: Вәхитов (“Беҙ өсәү инек”, “Баштелефильм”, 1986), Әнүәр Закир улы (“Ай ҡыҙы”, “Башҡортостан” ДТРК, 2002).

Р.Г.Хоҙайғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика