ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, металдарҙы: машина, конструкция һәм ҡоролма деталдәрен ысҡынмаҫлыҡ итеп тоташтырыуҙың технологик процесы. 200‑ҙән ашыу И.й. төрө билдәле, улар йәбешкән ҡушылмаларҙы алыу ысулдарына ҡарап 2 төп төркөмгә бүленә: иретеп йәбештереү (махсус йылылыҡ сығанағы тоташтырыла торған деталдәрҙең ҙур булмаған өлөшөнөң ҡырҙарын ҡыҙҙыра һәм иретә) һәм баҫым м‑н И.й. (йәбештереүҙе тиҙләтеү өсөн ҡырҙарҙы ҡыҫыу). Башлыса электр дуғаһы м‑н (электрод материалдарын ҡулланып электр дуғаһы ярҙамында ҡыҙҙырыу), газ ярҙамында (яныусан газдың кислород м‑н ҡатышмаһы ялҡынының йылылығын файҙаланыу), электр һәм шлак ярҙамында (шлак ваннаһынан бүленеп сыҡҡан йылылыҡты файҙаланып, йәбештерелә торған ҡырҙарҙы һәм ултыртыла торған металды ҡыҙҙырыу), электрон‑нурлы (вакуумда бер фокусҡа йыйылған электрондар ағымы ярҙамында башҡарыла), лазер ярҙамында (лазер нурын йылылыҡ сығанағы булараҡ ҡулланыу), плазма ярҙамында (плазмотрондар ярҙамында алынған ҡыҫынҡы электр дуғаһын файҙаланыу), диффузиялы (тоташтырыла торған деталдәрҙе бер үк ваҡытта вакуумда ҡыҙҙырыу һәм ҡыҫыу), шартлау ярҙамында (шартлау тулҡыны ныҡ, ысҡынмаҫлыҡ итеп тоташтырылыуға етерлек баҫым тыуҙыра), ышҡылыу ярҙамында (тоташтырыла торған деталдәрҙең остарын бер нисә секунд эсендә әйләндереп йылытыу һәм ҡыҫыу), ультратауыш м‑н (ультратауыш тирбәлеүҙәре тәьҫиренән окись ярыһы юҡҡа сыға һәм тоташтырыла торған йөҙҙәр ҡыҙа) И.й. ҡулланыла. Башҡортостанда И.й. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башлап алып барыла. ӨДАТУ‑ла (В.В.Атрощенко, В.М.Бычков һ.б.) аргон‑дуғалы И.й. өсөн яндырғыстар, плазмотрондар, үтә йоҡа стеналы торбаларҙы микроплазма м‑н И.й., юғары йышлыҡтағы импульслы‑дуғалы И.й. (“Гидравлика” ААЙ‑нда индерелгән), кәкре һыҙыҡлы йөйҙәрҙе автоматик И.й. өсөн ҡулайламалар, фланецтарҙы И.й. өсөн көйләгестәр (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә), тоҡандырыу шәменең ян электродын И.й. өсөн ярымавтоматтар, контактлы иретеп йәбештереүҙе тикшереп тороу системалары (Өфө агрегат производство берекмәһендә) эшләнә. ӨДНТУ‑ла (В.К.Загорский, М.А.Худяков һ.б.) т. юл транспорты тәгәрмәстәрен, терһәкле валдарын һәм аҫылмалы канат юлдарын ремонтлау, үткәргес торбаларҙағы ярыҡтарҙы ямау, балсыҡ бутағыстарҙың иҙгестәрен нығытыу өсөн үтә ҡеүәтле И.й. дуғаһын булдыра торған ҡулайлама (респ. төрлө пр‑тиеларында индерелгән) уйлап табыла. Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында наноструктураланған титан иретмәләре өсөн баҫым м‑н И.й. технологияһы эшләнә (А.А.Круглов, Р.Й.Лотфуллин, Р.В.Сафиуллин). 1952 й. “Нефтепроводмонтаж” тресы эргәһендә иретеп йәбештереүселәрҙе әҙерләү б‑са уҡыу пункты ойошторола, 1962 й. ул Иретеп йәбештереүселәр мәктәбенә (Өфө) үҙгәртелә, 1996 й. уның базаһында “Свартэкс” БР‑ҙың иретеп йәбештереү производствоһы б‑са белгестәр әҙерләү үҙәге (2003 й. алып ААЙ) ойошторола. Өфөлә йыл һайын “Сварка. Контроль. Реновация” Халыҡ‑ара махсуслаштырылған күргәҙмәләре (1998 й. алып), РФ‑тың (2000 й. алып), РФ‑тың һәм БДБ илдәренең (2001 й. алып) иретеп йәбештереүселәре конкурстары үткәрелә.

В.В.Атрощенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.