Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GULNAZIRA_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GULNAZIRA_tanes.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GULNAZIRA_noty.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GULNAZIRA_tanes.jpg'

ГӨЛНӘЗИРӘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский яҙып ала, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫыла. Шаян йөкмәткеле билдәле бейеү йыры. Көйө бер туҡтауһыҙ интонация үҫеше, үҙенсәлекле куплет-строфа формаһы (йыр башы өс тактлы, ҡушымтаһы дүрт тактлы) м‑н айырыла. “Г.” хор өсөн — А.С.Ключарёв, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ш. уҡ исемле бейеүе өсөн — Т.Ш.Кәримов һәм К.Й.Рәхимов, тауыш һәм фп. өсөн С.Г.Шаһиәхмәтова эшкәртә. “Г.” көйө “Сыңрау торна” балетында, Рәхимов тарафынан “Хореографик сюита”ла файҙаланыла.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2) Башҡ. уйын бейеүе (күмәк). Тәүге тапҡыр проф. сәхнәгә 20 б. 40‑сы йй. башында Ф.Ә.Ғәскәров ҡуйыуында “Башҡорт колхоз бейеүҙәре” хореографик сюитаһының өлөшө булараҡ Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында сыға. 1952 й. алып “Г.” 8 һәм унан да күберәк бейеүсе пар өсөн үҙ аллы номер булараҡ башҡарыла. Халыҡ бейеүенә генә хас формаларҙың драматик күренештең өҙлөкһөҙ үҫеше м‑н тәбиғи берләшеүе тулы театраль-хореографик картинаны барлыҡҡа килтерә. “Г.” башҡарыусы-солистар араһында Р.М.Хәзиева м‑н Х.Ғ.Зөбәйҙуллин, Р.Ғ.Туйсина м‑н Ә.Ә.Фәсхетдинов, Ф.Ғ.Амантаева м‑н А.Х.Зөбәйҙуллин.

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика