“ГӨЛДӘР”, Сибай ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү ансамбле. 1982 й. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторола. 1987 й. — “өлгөлө” исемен, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Ансамбль составында 3—18 йәштәге 60-тан ашыу ҡатнашыусы. “Г.” постановкалары сағыулығы, үҙенсәлекле булыуы м‑н айырылып тора. Репертуарында башҡ. бейеү фольклоры нигеҙен тәшкил иткән хореографик композициялар: “Бала ҡарға”, “Ҡарға бутҡаһы” жанр картиналары; “Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ”, “Ҡабырсаҡтар” уйын бейеүҙәре; “Бергә татыу ғаиләлә”, “Ирәндек”, “Һунарсылар”, “Шаяндар” бейеү сюиталары; “Заһиҙә”, “Минең кәкүгем”, “Перовский”, “Торнаҡай” яңғыҙ бейеүҙәре; ш. уҡ “Белорус полькаһы” (“Белорусская полька”), “Кантри”, “Мари йәштәре бейеүе” (“Марийский молодёжный танец”), “Татар ҡыҙҙары бейеүе” донъя халыҡтары бейеүҙәре һ.б. Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (Мәскәү, 1985), халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1987), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре конкурсы (Йошкар-Ола, 1989), Балалар ижады байрамы (Ижевск, 1990), “Оло Уралдың ваҡыт ритмдары” (“Ритмы времени Большого Урала”) төбәк-ара балалар бейеү фестивале (Нефтекама ҡ., 2006), “Алтын балдаҡ” (“Золотое кольцо”) халыҡ-ара талантлы балалар һәм йәштәр фестиваль‑конкурсы (Владимир ҡ., 2007), “Уңыш талисманы” (“Талисман удачи”) балалар һәм үҫмерҙәр ижады (Аланья ҡ., Төркиә, 2009; Гран-при), “Алтын Майҙан – Эльбрус” этник сәнғәте (Эльбрус а., Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, 2010), “Берҙәмлек – Содружество” милли мәҙәниәттәр фестивалдәре (2011), “Афарин” сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусы балалар араһында хореографик сәнғәт б‑са респ. конкурсы (2008; икеһе лә – Өфө) лауреаты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Ф.Өмөтбаева (нигеҙ һалыусы), Л.Р.Яхина (1998 й. алып).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика