ЕМЕШСЕЛЕК, 1) емеш-еләк алыу өсөн емеш культураларын һәм еләк культураларын үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Е. йүнәлештәре: Е. үҙе (алмағас, груша, сейә, слива һ.б. орлоҡло һәм төшлө емеш культураларын үрсетеү), питомниктарҙа емеш һәм еләк культураларының ултыртыу материалын үҫтереү, еләкселек (ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге һ.б. еләк культураларын үҫтереү), субтропик емеш (гранат, инжир һ.б.), емешле сәтләүек (грек сәтләүеге, миндаль һ.б.), цитрус (лимон, цитрон һ.б.) культураларын культивациялау. Башҡортостанда тәүге демонстрациялау баҡсалары 20 б. башында Бөрө өйәҙе мәктәптәре һәм училищелары эргәһендә, Ляхов умартасылыҡ, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек мәктәбендә, Бәләбәй а.х. мәктәбендә (ҡара: Аксёнов ауыл хужалығы техникумы) һ.б. ойошторола. Уларҙа Мәскәү, Пенза һәм Полтава губ. килтерелгән һабаҡсалар м‑н ялғанған ҡырағай алмағастар ултыртыла. Баҡсалар майҙаны (га) революцияға (1917) тиклем — яҡынса 150, 1929 й. — 600, 1937 — 4000, 90‑сы йй. аҙ. яҡынса 20 мең (ш. иҫ. 9 меңдән ашыуы колхоздарҙа һәм совхоздарҙа һәм 10 меңдән ашыуы өй янындағы һәм коллектив баҡсаларҙа) тәшкил итә. Респ. 30‑ҙан ашыу төрлө емеш һәм еләк культуралары, ш. уҡ айыу баланы, актинидия, арония, балан, виноград, лимонник, һырғанаҡ, әлморон, япон айваһы үҫтерелә. Баҡалы, Боҙаяҙ, Бөрө, Иглин, Стәрлетамаҡ, Шишмә емеш-еләк питомнигы хужалыҡтары эшләй. Е. продукцияһы Бөрө консерва заводында, Бүздәк консерва комбинатында һ.б. эшкәртелә. 2) Емеш культураларының биологияһын һәм уларҙы үҫтереү ысулдарын өйрәнеүсе фән. 1926—36 йй. Топорнин тәжрибә-помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге) ҡайын еләгенең, сейәнең, крыжовниктың, ҡурай еләгенең, ҡарағаттың, алмағастың урындағы һәм интродукцияланған сорттары тикшерелә; В.П.Стреляев һәм Р.И.Болотина тарафынан алмағастың урындағы Башкирский красавец, Бирское грушевое һәм Сеянец Титовки сорттары сығарыла. 1937 й. башлап виноградты өйрәнеү башлана, орлоҡло, төшлө һәм еләк культураларын гибридлаштырыу б‑са эштәр алып барыла. Л.Н.Стреляеваның селекция эше һөҙөмтәһендә — виноградтың (Башкирский ранний, Башкирский изумруд, Кечкенэ һ.б.); Болотина тарафынан алмағастың (Бельское, Гафури, Юбилейное), ҡарағаттың (Башкирский великан, Башкирская урожайная һ.б.), ҡайын еләгенең (Превосходная, Радость) яңы сорттары сығарыла. 1954 й. Стәрлетамаҡ тәжрибә-производство хужалығында (А.Я.Егоров, К.С.Егорова, Г.Ә.Мансуров, Р.Г.Финк һ.б.), 1956 й. Өфө тәжрибә-производство хужалығында (Мансуров, Ә.Я.Күсмәев), 1960 й. Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында (В.Л.Алёхина, С.Ф.Кириллов, Мансуров, Финк һ.б.) зона тәжрибә баҡсаларына нигеҙ һалына. Е. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында (Т.Ғ.Дёмина, Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, Р.Ә.Шафиҡов, М.Ғ.Әбдиева), Аграр университетта (Мансуров) алып барыла. Тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм ҡыуаҡһыҙ ел үтеүсән баҡса һаҡлағыс урман һыҙаттарын ултыртып сығыу; емеш һәм еләк культураларын иртә көҙ ултыртыу; алмағастың, сейәнең, ҡарағаттың рәттә тығыҙлап ултыртылышы; алмағастың ҡыҫҡа клонлы ялғанмалары һ.б. индерелә. Алмағастың (Башкирский изумруд, Бельфлёр Башкирский, Буляк, Кушнаренковское осеннее, Пепин Башкирский һ.б.), виноградтың (Александр, Башкирский юбилейный, Карагай, Памяти Стреляевой), грушаның (Башкирская летняя, Башкирская осенняя һ.б.), ҡара ҡарағаттың (Баррикадная, Бобровая, Валовая һ.б.), һары ҡарағаттың (Венера, Ляйсан, Шафак һ.б.) яңы сорттары сығарыла.

Әҙәб.: Садоводство в Башкортостане /М.Г.Абдеева [и др.]. Уфа, 2006.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика