АЙТУҒАН, Яңы Айтуған, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 1110; 1939 — 678; 1959 — 654; 1989 — 251; 2002 — 247; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1895 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе ерҙәрендә Яңы Айтуған исеме м‑н нигеҙ һалына. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018