ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Шәғбән улы [23.11.1928, БАССРҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БРҙың Йәрмәкәй рны) — 19.3.2011, Өфө], муз. белгесе, композитор. Сәнғәт ғилеме канд. (1968). Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1960; Н.Ғ.Йыһанов һәм А.С.Леман класы) 1976 й. тиклем Өфө сәнғәт учщеһында (1960—73 йй. теория бүлеге мөдире) эшләй. 1970 й. алып ӨДСИлә уҡыта, 1980—88 йй. Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәниағартыу эше ғилмиметодик үҙәгенеңөлкән ғилми хеҙмре. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостанда проф. муз. сәнғәтенең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеү мн бәйле. “Нәфисә” (И.Х.Хәбиров һәм Ғ. либреттоһы, М.Кәримдең “Саҡырылмаған ҡунаҡ” поэмаһы бса, 1980) балетын, Скрипка һәм симфоник оркестр өсөн концерт (1967), М.Кәрим шиғырына “Тыуған ерем, һөйгән йәрем!..” (“Мой край возлюбленный навеки”) кантатаһын, камераинструменталь әҫәрҙәр, Ҡ.Даян, А.Игебаев, Р.Ниғмәти, Д.Юлтый һ.б. шиғырҙарына романстар, йырҙар ижад итә. Уҡыусылары араһында Э.М.Давыдова, Ф.Х.Камаев, Н.В.Әхмәтйәнова һ.б. 50нән ашыу фәнни һәм уҡытыуметодик хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Новый башкирский балет //Советская музыка. 1963. №9; История башкирской советской музыки. Уфа, 1968.

 

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Скопировано с сайта: http://www.astromeridian.ru/imya/
Яндекс.Метрика