ЕР ЭШКӘРТЕҮ, үҫтереләсәк а.х. культуралары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ иткән тупраҡҡа механик тәьҫир итеү алымдары. Е.э. — агротехниканың бер өлөшө, тупраҡтың һөрөнтө ҡатламы төҙөлөшөн көйләү, һыу, һауа, йылылыҡ һәм туҡланыу режимдарын яҡшыртыу, микробиологик әүҙемлеген күтәреү ысулы һ.б. Баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренән, ҡоротҡостарҙан, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙан таҙартыу, тупраҡҡа үҫемлек ҡалдыҡтары, ашламалар, гербицидтар һ.б. индереү мөмкинлеге бирә. Е.э. бер нисә технологик операцияны: тупраҡты йомшартыу, ваҡлау, әйләндереү, бутау, тығыҙлау, өҫтөн тигеҙләү, ҡый үләндәрен ҡырҡыу, микрорельеф (бураҙналар, һырттар, теҙмәләр һ.б.) төҙөүҙе һ.б. үҙ эсенә ала. Е.э. түбәндәге ысулдарын айырып йөрөтәләр: кәҫен өлөшләтә йәки тулыһынса әйләндереү; кәҫен әйләндермәйенсә эшкәртелеүсе ҡатламды йомшартыу; ротор (фреза) м‑н эшкәртелеүсе бөтә тупраҡ ҡатламын бутау һәм ҡатнаштырыу. Төп Е.э. алымдары — һөрөү, тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү, яҫы төрән м‑н эшкәртеү һ.б., өҫтән һәм һай эшкәртеү — йомшартыу, тырматыу, культивациялау һ.б., махсус — һөрөүҙең плантажлы, яруслы һ.б. төрҙәре, тупраҡты йырғыслау һ.б. Яҙғы һәм ужым культуралары ерҙәрен, һуғарылыусы (ҡара: Һуғарыулы игенселек), һыу һәм ел эрозияһына дусар булған, яңы үҙләштерелгән ерҙәрҙе эшкәртеү системаларын, ш. уҡ тупраҡты минималь эшкәртеүҙе һ.б. айырып йөрөтәләр. Е.э. ысулдарын, алымдарын һәм системаларын һайлау ауыл хужалығы зоналарының тупраҡ-климат шарттары, баҫыуҙарҙың ҡыйлылығы, культураларҙың, элгәрге үҫемлектәрҙең биол. үҙенсәлектәре һ.б. м‑н билдәләнә. Урал аръяғы дала зонаһында эрозияға дусар булған тупраҡта ҡамылды тупраҡ өҫтөндә һаҡлап ҡалыу өсөн яҫы төрән м‑н һәм кәҫен әйләндермәй эшкәртеүҙе ҡулланыу тәҡдим ителә. Төньяҡ урмандала зонаһында һәм төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында ауыр гранулометрик составлы тупраҡтың һөрөнтө ҡатламы ҡеүәтен арттырыу өсөн кәҫен әйләндереп һәм әйләндермәй эшкәртәләр. Еңел гранулометрик составлы тупраҡ өҫтөнлөк иткән Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман-дала зонаһында ерҙе минималь эшкәртеүҙең төрлө ысулдарын берләштереп ҡулланалар. Башҡортостанда Е.э. арналған (ҡара: Игенселек) фәнни тикшеренеү эштәре 19 б. аҙ. башлана. Системалы тикшеренеүҙәр 20 б. 1‑се ярт. Шишмә а.х. тәжрибә ст. (ҡара: Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге), 50—60‑сы йй. алып Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында үткәрелә.

Әҙәб: Ванюков Я.И., Смородин Г.С. Система обработки почв в Башкирии. Уфа, 1960; Сираев М.Г. Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006; Хазиев Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

М.Ғ.Сираев, Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика