ГРЯЗНОВ Владимир Иванович (22.9.1918, Бәләбәй ҡ. — 19.8.2002, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1948 й. алып Бәләбәй ҡ. мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1952—79 йй. “Стерлитамакстрой” тресының “Төҙөүсе” мәҙәниәт һарайы директоры. Урыҫ театр коллективын (1959, 1964 й. “халыҡ” исемен ала), тынлы оркестрҙы (1960, 1969 й. — “халыҡ”), балет студияһын (1962, 1967 й. — “халыҡ”), башҡ. театр коллективын (1968, 1973 й. — “халыҡ”) ойоштороусы. 100‑ҙән ашыу ҡала халыҡ ижады фестивале режиссёры. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры лауреаты (Мәскәү, 1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика