ГРИГОРЬЕВ Юрий Николаевич (9.10.1951, Самбор ҡ.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Рәссамдар союзы ағзаһы (2000). 2-се Өфө пед. уч-щеһын (1971), М.А.Шолохов ис. Мәскәү асыҡ пед. ун-тының Өфө филиалын (2003) тамамлаған. 1971 й. алып Өфөлә эшләй: 1977 й. башлап 1-се Өфө сәнғәт мәктәбендә, 1989 й. А.А.Кузнецов ис. 1-се балалар художество мәктәбендә уҡыта, бер үк ваҡытта 2002—12 йй. Респ. мәғариф б‑са уҡытыу-методик үҙәгенең өлкән методисы. Йыш ҡына гротеск алымы ярҙамында образ характеристикаһының йөкмәткеле һәм үткер булыуы м-н айырылып торған карикатура (“Иҫке күбек”, 1983; “Үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән”, 1989), шарж, плакат һәм китап иллюстрациялары авторы (ҡара: Графика). Г. тематик композицияларында (“Әсәйемдең тыуған яғы” серияһы, 1998), пейзаж (“Бер мәл”, 1997) һәм натюрморттарында (“Көҙгө осош” серияһы, 2001 й. алып) баҙыҡ буяу һәм тондар байлығы, нескә акварель алымы һәм пластик пастель штрихы берләшә. Һынлы сәнғәт йәмғиәте рәйесе (1990). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1983, 1986, 1997, 2011). Эштәре Габрово ҡ. (Болгария) Юмор һәм сатира йыйылмаһында, Бордигер ҡ. (Италия) Халыҡ-ара юмор салонында, Легница ҡ. (Польша) сатирик графика һәм Монреаль ҡ. (Канада) карикатура салондарында, Рәсәй шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика