ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич (2.1.1927, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. Рәсәй художество акад. почётлы ағзаһы (2004). СССР-ҙың (1973), РСФСР-ҙың (1966) һәм БР-ҙың (1996) халыҡ артисы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Проф. (1973). Ленинград хореография уч-щеһын (1946; педагогтары А.А.Писарев, Б.В.Шавров), ГИТИС-ты (1965 й.) тамамлаған. 1946 й. алып С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1962 й. — балетмейстеры; 1964—95 йй. һәм 2001 й. алып Рәсәй Ҙур театрының баш балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап Мәскәү хореография акад. хореография һәм балет ғилеме каф. мөдире, 1991—94 йй. “Юрий Григорович балет” труппаһының художество етәксеһе. БДОБТ сәхнәһендә П.Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” – “Тщетная предосторожность” (1993), Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот” (1995), П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1994) һәм “Щелкунчик” (1996) балет постановкаларын  (ботәһе лә — үҙ редакцияһында) ҡуя. Ленин пр. (1970), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1977, 1985) лауреаты.

Әҙәб.: Колесников А.Г. Юрий Григорович. Путь русского хореографа. М., 2007; Ванслов В.В. Хореограф Юрий Григорович. М., 2009.

Һ.С.Сәйетов

 Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика