ГРАЧЁВА Валентина Павловна (17.7.1933, Семёнов ҡ. — 2.1.2008, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). Семёнов художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1954) “Хохлома биҙәге” производство-художество берекмәһе (Семёнов) рәссамы. 1974—92 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда эшләй: 1976 й. тиклем һәм 1991 й. алып рәссам, 1976 й. — баш рәссам вазифаһын башҡара, 1988 й. — тәж.‑художество лаб. нач., 1990 й. — баш рәссам. Башҡ. халыҡ сәнғәтендә үҫемлек орнаментының аппликация, сигеү, күнгә баҫып биҙәк һалыу (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағы, Нәфис күн сәнғәте), көмөштө ҡарайтыу традицион мотивтарына нигеҙләнеп һәм Хохлома биҙәгенең технологияһын ҡулланып, Г. ағасҡа биҙәк төшөрөүҙең башҡ. вариантын ижад итә. 1957 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре “Ағиҙел” ДУП‑ы музейына, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ ижады музейына (Мәскәү) ҡуйылған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Ә.Ғәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика