ГРАЧЁВ Анатолий Дмитриевич (12.7.1937, БАССР-ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ. – 20.5.2005, Мәскәү), актёр. РФ-тың халыҡ (1998), РСФСР‑ҙың атҡ. (1978) артисы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; И.М.Раевский курсы) — Бәләкәй Бронный урамындағы Мәскәү драма театры, 1992 й. алып “Et Cetera” Мәскәү театры актёры. Г. ижады тәрән драматизм, нескә психологик анализ, лирик интонация, йомшаҡ тәбиғи башҡарыу манераһы м-н айырылып тора. Төп ролдәре: Бәләкәй Бронныйҙағы театрҙа – Роман (“Туғыҙынсы вал” — “Девятый вал”, Ю.Ф.Эллис), Сергей Царёв (“Кеше тере” — “Жив человек”, В.Е.Максимовтың ш. уҡ исемле повесы б‑са), Алёша [“Алёша ағайым” — “Брат Алёша”, В.С.Розов, Ф.М.Достоевскийҙың “Ағалы-ҡустылы Карамазовтар” (“Братья Карамазовы”) романы б‑са]; “Et Cetera” театрында – Серебряков (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Джеймс Мейо (“Горизонт артында” — “За горизонтом”, Ю.О’Нил) һәм башҡалар. Реж. А.В.Эфрос спектаклдәрендә уйнаған ролдәре айырыуса билдәле була: Ромео (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир), Беляев (“Бер ай ауылда” — “Месяц в деревне”, И.С.Тургенев), Чешков (“Кешене ситтән ҡарағанда” — “Человек со стороны”, И.М.Дворецкий). 40-тан ашыу фильмда төшә, улар араһында “Алёнка” (1961), “Одерҙа яҙ” (“Весна на Одере”; 1968), “Иғтибар! Бөтә постарға ла…” (“Внимание! Всем постам…”; 1985), “Дүрт ҡулға киске аш” (“Ужин в четыре руки”; 1999) фильмдары.

Әҙәб.: Силюнас В. “Ромео и Джульетта” //Театральная жизнь. 1970. №10.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика