ГРАФИКА (гр. graphike, grapho — яҙам, һыҙам, һүрәт төшөрәм), рәсем һәм баҫма художестволы һүрәттәрҙе үҙ эсенә алған һынлы сәнғәт төрө. Г. төп һүрәтләү саралары — һыҙыҡ, штрих, тап. Тәғәйенләнеше б‑са станокта башҡарылған Г. (рәсем, акварель, эстамп, ябай һүрәт), китап графикаһы һәм гәзит-журнал Г. (иллюстрация, баҫмаларҙы художестволы биҙәү һәм уларҙың макетын әҙерләү), ҡулланма Г. (сәнәғәт Г., почта маркалары, экслибристар, тауар билдәләре, этикеткалар һ.б.) һәм плакат айырыла. Г. уникаль — ҡулдан эшләнгән (рәсем, акв.) һәм баҫма (офорт, акватинта, линогравюра, литография һ.б.) формала була. Уникаль Г. ярҙамсы (һүрәтләмә, эскиз) йәки үҙ аллы характерҙа булырға мөмкин. Башҡортостанда Г. сәнғәте 20 б. 1920‑се йй. уртаһынан үҫеш ала һәм Ю.Ю.Блюменталь, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, М.Н.Елгаштина исемдәре м‑н бәйләнгән. Улар ижадында урыҫ классик акв. традициялары яңы мәғәнәгә эйә була. Елгаштинаның лирик эштәре Башҡортостан тәбиғәтенә арналған (“Яҙғы эңер”, 1926), Дәүләткилдеев әҫәрҙәре тәрән милли образдар системаһына эйә (“Һунарсы башҡорт”; икеһе лә — ҡағыҙ, акв.), Блюменталь портрет оҫтаһы булараҡ билдәле (“Ҡарт башҡорт”, ҡағыҙ, ҡәләм; икеһе лә — 1928). Был осорҙа Г.П.Черкашенинов, А.П.Лежнев рәсемдәре, П.М.Лебедевтың акв. м‑н яҙылған пейзаждары һәм портреттары ижад ителә.

1930‑сы йй. акв. техникаһын В.С.Сыромятников башҡорттарҙың орнаментын һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен төшөрөү өсөн файҙалана. Уникаль Г. үҙ аллы характеры Б.М.Пискуновтың акв. техникаһында башҡарылған тарихи композицияның ғәжәйеп тәжрибәһенә әүерелгән “Башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы” эшендә сағылыш ала. 1942—43 йй. Өфөлә баҫылған, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнгән “ТАСС тәҙрәләре” көнүҙәк-сәйәси йүнәлештәге уникаль Г. өлгөһө булып тора. Был осорҙа хәрби тематика Р.Ғ.Ғүмәров, Дәүләткилдеев, Ғ.Ш.Имашева, Лежнев, Г.В.Огородов, А.Т.Платонов, С.В.Шишков һ.б. натуранан төшөрөлгән портреттарында һәм жанрлы һүрәтләмәләрендә кәүҙәләнеш таба. 50—60‑сы йй. акв. һәм рәсем реализм традицияларында үҫешеүен дауам итә. Рәссамдар халыҡ хужалығын тергеҙеү осоронда кешеләрҙең хеҙмәт батырлығы, колхоз ауылы тормошо темаһына мөрәжәғәт итә, пейзаж матурлығын яңыса сағылдыра. Ш.Ғ.Чанышев эштәре Башҡортостан тәбиғәтенә арналған (“Ауыл күренеше”, 1959; “Һөрөлгән көҙгө ер”, 1967), Р.Й.Хәлитов әҫәрҙәрендә төрлө жанрҙар урын алған (“Әсә”, “Эңер төшә”, икеһе лә — 1967; “Блюхер рейды”, 1968), Х.Х.Ғәниев ижадында көндәлек хеҙмәт темаһы ҙур урын биләй (“Балыҡсылар ҡасабаһы”, 1972; “Быраулаусылар вахтаһы”, 1975; бөтәһе лә — ҡағыҙ, акв.). 70—80‑се йй. уникаль Г. тематикаһын киңәйтеп ебәргән авторҙарҙың эштәре м‑н билдәле: пейзаждар, портреттар, соц. темаларға әҫәрҙәрҙе һәм көнкүреш темаһына композицияларҙы В.Н.Лесин (“Ҡороған урман”, “Яҙ хәбәрсеһе”; икеһе лә — 1987), И.И.Фартуков (“Тойлала байрам”, “В.Волович портреты”; икеһе лә — 1986), В.И.Суздальцев (“Ферапонтово”, “Оло Устюг”; икеһе лә — 1987), З.Ғ.Ғаянов (“Ураҡ өҫтө”, 1981; “Айғыр йылғаһы”, 1987) ижад итә. 90‑сы йй. акв. пластикаһын һиҙелерлек байытҡан авторҙар барлыҡҡа килә: Р.Р.Абдуллин (“Үрмәксе ауы. Апрель”), И.Ғ.Вәлитов (“Һары ай”; икеһе лә — 1997), Л.З.Рәхмәтуллина (“Тормоштоң кире яғы”, 1996). 1998 й. алып Өфөлә “Акварель яҙы” халыҡ-ара күргәҙмәһе (ҡара: Һынлы сәнғәт күргәҙмәләре) уҙғарыла.

50—60‑сы йй. — эстамп үҫеш алған осор. Уға линогравюра, ҡоро энә һәм монотипия техникаһын тәүгеләрҙән булып үҙләштергән Б.Я.Палеха (“Социалистик Өфө”, линогравюра, 1957) һәм линогравюраларында Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән Чанышев (“Башҡортостанда”, 1961; “Шишмә өҫтөндәге тирмән”, 1963) мөрәжәғәт итә. И.Ф.Кибальниктың эстамптары тематикаһы һәм техникаһы күп төрлө (“Ҡараяр ауылы”, линогравюра, 1963; “Аттар”, офорт, аквантина, 1967). Башҡортостан сәнғәтенә Р.М.Агишев (“Башҡорт балеты”, линогравюра, 1966; “Оркестр”, офорт, 1968) һәм В.А.Рудаков (“Цирк”, офорт, 1969) эштәре серияһы арналған. А.Г.Королевскийҙың хәрәкәт үҫеше м‑н йәлеп иткән линогравюралары, Э.М.Сәйетов һәм Ф.Һ.Шаһабетдиновтың лиризм м‑н һуғарылған офорттары аныҡ графика мәҙәниәте м‑н айырылып тора. 70‑се йй. башында Башҡортостандың әүҙем үҫешкән графика сәнғәте Рәсәйҙең күренекле рәссамдары һәм сәнғәт ғилеме белгестәре иғтибарын йәлеп итә (ҡара: Сәнғәт ғилеме). 1974 й. һәм 1984 й. Өфөлә 1‑се һәм 3‑сө Бөтә Рәсәй эстамп күргәҙмәләре (һуңғыһында Г. мәсьәләләре б‑са Рәсәй Рәссамдар союзы пленумы уҙғарыла); 1987—88 йй. һәм 1991 й. — 1‑се һәм 2‑се респ. Г. күргәҙмәһе, 1995 й. — 1‑се, 1998 й.— 2‑се Урал баҫма Г. триенналеһы үткәрелә, улар башҡ. эстампының ҙур ижади мөмкинлектәрен күрһәтә. 80—90‑сы йй. Р.Р.Мәғлиевтең (“Иҫке Өфө” серияһы, литография, 1996) һәм беренсе быуын графиктары Сәйетовтың (“Өйгә”, офорт), Королевскийҙың (“Салауат Юлаев”, линогравюра; икеһе лә — 1995) реалистик биттәре м‑н бергә К.Ғ.Ғөбәйҙуллиндың фәлсәфәүи драматизм м‑н тулы офорттары (“Арал” серияһы, 1978—91; “Власть экологияһы” триптихы, 1991—94), А.Р.Тереғоловтың гротескыға ҡоролған (“Ирҙәр уйындары” серияһы, “Мөхәббәт хаҡында”; икеһе лә — 1991—92), И.В.Тонконогийҙың экспрессив (“Йүгереү”, 1998) эштәре барлыҡҡа килә. Р.Й.Миңлебаев эштәрендә тарихи тематика асыла (“Гипербореялар” офорттар серияһы, 1996). Б.А.Самосюк ижадында (“Библия сюжеттары” серияһы, 1988—89) күберәк үҙенсәлек эҙләү, ғәҙәттәге техник арсеналды авторлыҡ техникаһының яңы алымдары (гравюрала рельеф, төрлө ысулдар м‑н буяу һ.б) м‑н байытырға ынтылыш билдәләнә. 20 б. аҙағынан башҡ. графиктары төрлө халыҡ-ара Г. күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша; 2001 й. алып Өфөлә “URAL PRINT TRIENNIAL” халыҡ-ара баҫма Г. күргәҙмәһе уҙғарыла, унда донъяның 20‑нән ашыу иленән рәссамдар ҡатнаша. Донъяның мәҙәни процесына әүҙем ҡушылыу Башҡортостандың баҫма Г. яңы темалар (О.А.Самосюк, “Цивилизациялар” төҫлө офорттар серияһы, 2002—03), техника һәм формалар [Миңлебаев (“Мегалиттар”, литография; “Ибн Фаҙландың Иҙел йылғаһына сәйәхәте”; икеһе лә — 2003) һәм С.М.Ғиләжетдинов (“Дала”, 2001; “Саҡ менән Суҡ”, 2002; икеһе лә — ҡулдан эшләнгән ҡағыҙҙағы баҫма) эштәре сериялары] алып килә.

Әҙәб.: Уральская триеннале печатной графики “URAL PRINT TRIENNIAL": каталог /авт.-сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2001; 2005; 2008; Акварельная весна = Акварель яҙы: каталог /авт.-сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2005.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика