“ГӨЛНӘЗИРӘ”, Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1958 й. яҙылған. “Г.” премьераһы (Н.Ғ.Сабитов, С.В.Дречин, Ғ.Ғ.Сабитов либреттоһы, балетм. Дречин, дирижёры Н.Ғ.Сабитов, ҡуйыусы рәссамы В.И.Плекунов) 1963 й. БДОБТ‑ла уҙа. Төп партияларҙа: Г.Ғ.Сөләймәнова (Гөлнәзирә), Ф.М.Саттаров (Бәхтейәр), Ф.С.Йосопов (Ҡасимбай). Әҫәр Граждандар һуғышының көсөргәнешле ваҡиғаларын һүрәтләй. Сюжет нигеҙендә матрос-ҡыҙылармеец Бәхтейәр м‑н уның атаһы — аҡгвардеецтарға ҡушылған Ҡасимбайҙың көрәше. Бәхтейәр һәләк булғандан һуң, көрәште уның һөйгәне Гөлнәзирә дауам итә. Спектаклдең хореографик сиселеше бейеүгә, тәьҫирле хәрәкәттәргә, психологик контрастарға бай пластика сараларын үҙ эсенә ала. 2‑се редакцияһының (2 шаршаулы) премьераһы 1979 й. БДОБТ‑ла була (либретто авторы һәм балетм. Х.Ф.Мостаев, дирижёры Ғ.Х.Моталов, ҡуйыусы рәссамы Плекунов). Төп партияларҙа: Л.С.Ҡыуатова (Гөлнәзирә), Ю.Ғ.Ушанов (Бәхтейәр), Ш.Ә.Тереғолов (Бахрай). Балеттың йөкмәткеһенә үҙгәрештәр индерелә: сюжет үҙ-ара дошман лагерҙарҙа булған  бер туған Бәхтейәр м‑н Бахрай араһындағы конфликтҡа ҡоролған. Спектакль традицион балет формаларына һәм пантомимаға нигеҙләнгән.

Әҙәб.: Ахмадеева Г.Н. Балеты Наримана Сабитова. Уфа, 2003

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика