“ИШЕМБАЙ” агрохимия хеҙмәте станцияһы, федераль дәүләт учреждениеһы. БР‑ҙың 24 районында а.х. агрохимик хеҙмәтләндереүҙе тормошҡа ашыра. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 2011 й. 80 кеше эшләгән; 200 мең га ашыу майҙанда тупраҡты агрохимик тикшереү, 88 мең га ашыу майҙанда нитратлы азотты билдәләү б‑са тупраҡ диагностикаһы, 144 мең га ерҙә үҫемлек диагностикаһы (япраҡ һәм туҡыма), макро‑ һәм микроэлементтарҙы һәм ауыр металдарҙы билдәләү б‑са — 100 меңдән ашыу, химик препараттарға һәм үҫемлекселек продукцияһына яҡынса 10 мең анализ үткәрелә; 1,8 млн га майҙан тупраҡта минераль туҡлыҡлы матдәләр балансы билдәләнә; 10,2 мең га ашыу майҙанда химиялаштырыу сараларын ҡулланыуға проект‑смета документтары төҙөлә һәм уларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу б‑са 90 тәҡдим әҙерләнә.

1964 й. БНИИСХ эргәһендәге Ишембай зона агрохимия лаб. булараҡ нигеҙ һалына, 1982 й. алып Башҡ‑н республика а.х. химиялаштырыу проект-тикшеренеү ст. Ишембай филиалы, 1991 й. — “И.” агрохимия хеҙмәте дәүләт проект‑тикшеренеү ст., 1995 й. — “И.” агрохимия хеҙмәте ст., 2000 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018