ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна (4.4.1949, Чита өлк. Борзя ҡсб), керамика оҫтаһы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976) 1977 й. тиклем “Пролетарий” фарфор з‑дында (Новгород өлк. Пролетарий ҡсб) эшләй, 1978—87 йй. Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты (Өфө) рәссамы, 1993—2011 йй. Иглин р‑нының Иглин а. мәктәбе, бер үк ваҡытта 2004 й. алып Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡытыусыһы. Күбеһенсә нәфис керамика сәнғәте өлкәһендә эшләй. Станокта эшләнгән һәм монументаль-декоратив скульптуралар, ваҡ һындар, вазалар, ҡатламдар, туҫтаҡтар, тәрилкәләр авторы. Шамот, балсыҡ, фарфор һ.б. ҡуллана; башлыса портреттар, сюжетлы-тематик композициялар ижад итә. Г. эштәренә аныҡ силуэт, иллюстратив элементтар һәм деталдәрҙе ҡулланмайынса һүрәтләү, киңлектә күләмгә өҫтөнлөк биреү, колоритты актив хәл итеү хас (“Бәхет ҡошо сәскәләре”, 1995). Эштәренең төп темаһы “Яҙ” (1985), “Әсәлек” (1989), “Урал батыр” (2003) сюжетлы композицияларында, “Фәрештәләр ялға туҡтаған” (2001) эштәр серияһында һ.б. сағылыш алған. Бәләбәй, Нефтекама, Өфө ҡҡ. йәмәғәт биналары интерьерын биҙәү өсөн бер нисә эш авторы. 1975 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1995, 1996). Эштәре БДХМ, РФ Мәҙәниәт министрлығы (Мәскәү) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: каталог. Уфа, 2005.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика