ГОЛОВЧЕНКО Константин Александрович (16.8.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙ. Өфө эсендә – 23.4.2003, Өфө), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1985). Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр-художество уч-щеһын тамамлағандан һуң (1950; педагогы А.Э.Тюлькин) СССР-ҙың төрлө драма театрҙарында рәссам булып эшләй. 1964 й. алып Өфөлә йәшәй: 1967—85 йй. Башҡ-н ижади-производство комб‑ты рәссамы. Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре б‑са 110‑дан ашыу спектаклде биҙәй. Г. сәхнә эштәренә урыҫ классик театр декорацияһы сәнғәте традицияларына тартылыу хас. 20 б. 70-се йй. станоктағы рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Күбеһенсә пейзаж һәм портреттар төшөрөп, образдарҙы дөрөҫ, реалистик юҫыҡта кәүҙәләндерергә ынтыла. Иң күренекле пейзаж әҫәрҙәре: “Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһы”, “Нефтле төбәктәге иртә” (икеһе лә — 1978), “Урал һырттары” (1982), “Карпат артында яҙ” (1984), “Төмән меридианы” (1991), “Башҡортостан далаларында” (2000), “Херсонес“ (2001) һәм башҡалар. Г. ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ҙур урын алып тора: 5-се Удар армия ветерандарының портреттары серияһы (1974—77), “5-се Удар армияға арнала” (1985) триптихы, “Үҙемә ут асыуҙы һорайым” (1986) полотноһы. 1951 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1972, 1976, 1992, 2002), Донецк, Мәскәү, Николаев (бөтәһе лә – 1976), Херсон, Кишинёв (икеһе лә — 1977), Стәрлетамаҡ (1982) ҡалаларында. Эштәре БДХМ, Милли музей, Милиция музейында, Рәсәй һәм сит илдәр музейҙары һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. 1‑се (1945) һәм 2‑се дәрәжә (1985) Ватан һуғышы орд. м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Константин Головченко: каталог. Уфа, 2002.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика