ИШЕМҒУЖИН Евгений Измайлович (19.7.1939, Пугачёв ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефтеразведка” тресында эшләй. 1965 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1989 й. башлап тау‑нефть ф‑ты деканы, 1993—2004 йй. уҡыу-уҡытыу эше б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау проблемаларына арналған. Уның ҡатнашлығында вертикаль, ауыш, горизонталь йүнәлешле нефть һәм газ скважиналарының кәкрәйеүен булдырмау саралары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. И. осраҡлы функцияларҙы файҙаланыуҙың, спектраль‑корреляцион анализдың, сығарып ташлауҙар теорияһының, скважиналар быраулағанда тәрәндә эшләүсе ҡорамалдарҙы диагностикалау өсөн ихтималлыҡ‑статистик ысулдарҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Әҙәб.: Работа бурильной колонны в скважине. М., 1973 (авторҙ.); Теоретические основы надёжности буровых и нефтегазопромысловых машин. Уфа, 1981; Нелинейные колебания элементов буровых машин. Уфа, 1999.

Ф.Ш.Зәбиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке