ИТБАЕВ Валерий Ҡәйүм улы (21.1.1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып лаб. ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 2001 й. — механизм һәм машиналар ҡороуҙың нигеҙҙәре каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре осоу аппараттары двигателдәре элементтарының тотороҡлолоғо, ныҡлығы мәсьәләләренә арналған. И. ҡатнашлығында һығылмалы металл торба һәм сильфон компенсаторҙар, уларҙың вибрацияға тотороҡлолоғон һәм ныҡлығын билдәләү ысулдары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең, БДБ илдәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1998).

   Хеҙм.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018