ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы (5.6.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а. — 4.08.2009, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һамар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1946—92 йй. Әбйәлил р‑нының “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зында эшләй (1949 й. алып механизатор). Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы — 25 ц/га, һуғып алынған иген күләме 1562,4 т тәшкил иткән (1980). Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.