ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна (1.1.1949, Мукачево ҡ.), инженер-иҡтисадсы. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып иҡт., менеджмент һәм финанс ф‑ты деканы, 2006 й. — Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 2001 й. башлап эшҡыуарлыҡ иҡт. каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре иҡт.‑матем. ысулдарға, производство һәм соц.‑иҡт. системаларҙы моделләштереү һәм улар м‑н идара итеүгә арналған. И. ҡатнашлығында идара итеүҙең интеллектуаль системаларының матем., алгоритмик һәм программалы тәьминәттәре уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Моделирование производственно-рыночных систем. Уфа, 1995 (авторҙ.); Интеллектуальное управление производственными системами. М., 2001 (авторҙ.); Экономико‑математическое моделирование и управление системой здравоохранения. М., 2005 (авторҙ.).

Л.Й.Бохарбаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018