ИСМӘҒИЛЕВ Рафаэль Ришат улы (25.3.1951, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), а.х. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2010). Р.С.Исмәғилевтең улы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман үҫемлектәрҙе һаҡлау ст. нач. булып эшләй. 1978 й. алып БДАУ‑ҙа: 1982 й. тиклем һәм 1990—92 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994—98 йй. һәм 1999 й. башлап үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм емешселек‑йәшелсәселек каф. мөдире; 1998—99 йй. БНИИСХ-ның дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән үҫемлекселек продукцияһын етештереү технологияларын эшләүгә арналған. И. БР а.х. производствоһына индерелгән бойҙай һәм арыштың аҙыҡ игенен етештереү технологияларын эшләй, уның ҡатнашлығында Ватан, Салават Юлаев яҙғы бойҙай сорттары сығарыла. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Озимая рожь в Башкирии: Биоэкология и интенсивная технология. Уфа, 1991 (авторҙ.); Качество и технология производства продовольственного зерна озимой ржи. М., 2001 (авторҙ.); Энергосберегающая технология возделывания полевых культур. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.